Агамемнон
From Wikipedia, the free encyclopedia
Агамемнон (һ. б.-греч. Ἀγαμέμνων) — боронғо грек мифологияһында[1] Микены батшаһы[2], Микен батшаһы Атрей[3] һәм Аэропаның улдары[4], Менелайҙың ағаһы, Клитемнестраның ире, боронғо грек милли эпосы — Гомер «Илиада»һының төп геройҙарының береһе, уның Ахилл менән булған ғауғаһы эпоста үҙәк хәл булып тора[2].
Атаһы Атрей үҙенең ҡустыһы Тиестың улы Эгисф тарафынан үлтерелгәс, Агамемнон ағаһы менән бергә Спартаға ҡасып, Тиндәрейға барып һыйына[5]. Бында туғандар Спартаның батшаһы Тиндарейҙың ҡыҙҙарына өйләнәләр: Агамемнон Клитемнестраға, Менелай — Еленаға. Тиндарейҙың үлеменән һуң тәхет Менелайға күсә. Ағаһының ярҙамы менән Агамемнон Тиесты тәхеттән бәреп төшөрә лә Микенала батша булып ултыра. Аҙаҡ ул үҙ биләмәләрен киңәйтеп Грецияның иң дәһшәтле хакимына әйләнә.