Албан теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Албан теле (үҙатамаһы: Gjuha shqipe) — албандар теле, Албанияның төп халҡының һәм Грецияның (Эпир, Аттика, Беотия Эвбея утрауы, Пелопоннес, Гидра, Спеце, Порос утрауҙары), Төньяҡ Македонияның, Сербияның (шул иҫәптән өлөшләтә танылған Косово Республикаһының), Черногорияның шулай уҡ Италияның (Сицилия, Калабрия, Апулия) халыҡтарының бер өлөшөнөң теле.
Албан теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
Shqip /ʃcip/ |
---|---|
Илдәр |
Албания, Сербия, Черногория, Төньяҡ Македония, Греция, Төркиә, Италия |
Рәсми статусы |
Албания
|
Идара итеүсе ойошма | |
Был телдә һөйләшеүселәр |
7 600 000 |
Классификация | |
Категория | |
Индоевропейская семья
| |
Әлифба |
латиница (Албан алфавиты) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
алб 030 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
alb (B); sqi (T) |
ISO 639-3 |
sqi, aln, aae, aat, als |
Был телдә Википедия | |
Албан телендә һөйләшеүселәрҙең һаны — яҡынса 6 млн кеше. Болгарияла (Мандрица ауылында) элек-электән ҙур булмаған һанда албандар йәшәй. Украина сиктәрендә (Запорожье һәм Одесса өлкәләрендә), XIX быуат башында бер нисә албан телле ауыл булған, улар араһында иң боронғо ауыл — Одесса өлкәһендә Каракурт.