Аналитик геометрия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аналити́к геоме́трия — геометрияның, геометрик фигуралар һәм уларҙың үҙсәнлектәре алгебра саралары менән өйрәнелгән бүлеге.
Был ысулдың нигеҙендә координаталар ысулы тип аталған, беренсе башлап Декарт 1637 йылда ҡулланған ысул ята. Һәр геометрик бәйләнешкә был ысул, фигураның йәки есемдең координаталарын бәйләүсе ниндәйҙер тигеҙләмәне ярашлы ҡуя. Бындай геометрик үҙсәнлектәрҙе «алгебралаштырыу» ысулы үҙенең универсаль булыуын иҫбат итте һәм күп тәбиғәт фәндәрендә һәм техникала емешле ҡулланыла[1]. Математикала аналитик геометрия шулай уҡ геометрияның башҡа бүлектәре өсөн нигеҙ булып тора — мәҫәлән, дифференциаль, алгебраик, комбинаторлы һәм иҫәпләү геометрияһы.