Ангкор-Ват
Камбоджала гигант индуист ғибәҙәтхана комплексы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ангко́р-Ват[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10] йә Ангко́рвоат[11] (кхмер អង្គរវត្ត [ʔɑŋkɔːvoat] — «Ангкор һарайы»[12]) — Камбоджала гигант индуист ғибәҙәтхана комплексы, Вишну Хоҙайға арналған. Донъяла ҡасан да булһа төҙөлгән ғибәҙәтханаларҙың иң ҙуры[10] һәм иң әһәмиәтле археологик ҡомартҡыларҙың береһе. XII быуаттың беренсе яртыһында Сурьяварман II короле идараһы ваҡытында төҙөлгән. Объект Халыҡ-ара мираҫ исемлегенә индерелгән[10].
Ғибәҙәтхана | |
Ангкор-Ват | |
Ангкор-Ват | |
Ил | Камбоджа |
Регион | Ангкор |
Ангкор-Ват Викимилектә |
Ангкор-Ват ғибәҙәтханаһы Сиемреап ҡалаһынан 5,5 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ангкор 200 км² майҙанды биләй; күптән түгел үткән тикшеренеүҙәр уның майҙаны 3000 км² булыуы мөмкин тип билдәләй. Унда ярты миллиондан артыҡ кеше йәшәүе мөмкин, шулай итеп индустрия эпохаһына тиклемге кеше йәшәгән эре тораҡ булған.
Ғибәҙәтхана өс концентрик тура мөйөшлө ҡоролманан тора. Тура мөйөштәр үҙәк йүнәлешендә бейегерәк. Периметры буйлап 1,5×1,3 км стена һәм 3,6 км оҙонлоғондағы һәм 190 м киңлектәге һыу йырыны менән уратылған. Эске төҙөлөшө лотос формаһындағы биш манаранан тора; үҙәк манара храмдан 42 м-ға бейегерәк, ер өҫтөнән дөйөм бейеклеге 65 м.
XV быуатта файҙаланылмай һәм ташландыҡ хәлдә ҡала[13]. Европалылар өсөн 1860 йылда асыла[14]. Ангкор-Ват Камбоджиның дәүләт флагында һәм гербында төшөрөлгән[10].