Артерия
ҡанды йөрәктән ағзаларға алып китеүсе тамырҙар. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Арте́риялар —ҡанды йөрәктән алып китеүсе тамырҙар.
Артерия | |
Развитие анатомической структуры | artery development[d] |
---|---|
Нимә менән тоташа | йөрәк һәм артериола[d] |
Содержит | артериальная кровь[d] |
Код NCI Thesaurus | C12372 |
Ҡапма-ҡаршыһы | Вена |
Артерия Викимилектә |
Вена — ҡанды йөрәккә алып килеүсе ҡан тамыры. («центрипетально»).
Иң нәҙек ҡан тамырҙары — .капиллярҙар.
Уларҙың көптәре яҫы эпителиаль күҙәнәктәрҙең бер ҡатлауынан ғына тора. Ҡан плазмаһында эрегән матдәләр капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығына һарҡып сығалар, ә унан күҙәнәктәргә эләгәләр. Күҙәнәктәрҙең тереклек эшмәкәрлеге продукттары капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығынан ҡанға сығалар.
Артериялар эсендә веноз ҡан да ағырға мөмкин. Ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендә йөрәктең уң ҡарынсығы ҡыҫҡарып, үпкә олонона һәм унан айырылып киткән артерияларға веноз ҡанды этеп сығара.
Бынан тыш, норма буйынса артериаль ҡан ағып торған артерияларҙа , ҡатнаш йәки веноз ҡан була ала. Мәҫәлән, тыумыштан килгән йөрәк сирҙәре булып, йөрәк клапандары ябылып етмәгәндә .
Ҡарынсыҡтарҙың һәр ҡыҫҡарыуы ваҡытында ҡан аортаның һығылмалы көптәренә ҙур көс менән бәрелә һәм уларҙы һуҙа. Был саҡта тыуған тирбәлеүҙәр тулҡыны артерияларҙың көптәре буйынса бик тиҙ тарала. Был ритмлы тирбәлеүҙәрҙе пульс тип атайҙар.
Эре артериялар тәндең өҫкө йөҙөнә яҡын ятҡан урындарҙа, мәҫәлән, беләҙектең эске яғында, сикәләрҙә, муйындарҙың ян-яҡтарында һәм башҡа урындарҙа, пульсты ҡапшап һиҙергә мөмкин .
Пульстың һәр тибеүе йөрәктең бер ҡыҫҡарыуына тура килә. Пульсты һанау юлы менән йөрәктең 1 минутта нисә тапҡыр ҡыҫҡарыуын билдәләп була.