Батша пушка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Батша-пушка (рус. Царь-пушка) — Урыҫ Батшалығының артиллерия орудиеһы, Яңы осор рус тимер ҡойоу сәнғәте ҡомартҡыһы. Үҙ заманының ауыр ҡәлғә артиллерияһы шедевры, Рәсәй империяһы ҡорал эшләүселәренең һоҡланғыс хеҙмәт емеше, донъяла иң ҙур пушкаларҙың береһе[1][2].
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Ҡыҫҡа факттар Ил, Местоположение ...
Батша-пушка | |
Батша-пушка | |
Ил | |
---|---|
Местоположение |
Мәскәү, Иваново майҙаны |
Оҫта |
Андрей Чохов |
Йыл |
1586 |
Характеристикаһы | |
Оҙонлоғо |
5,34 м |
Ауырлығы |
39,31 т |
Калибры |
890 мм |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Ябырға
Пушка үҙе 1586 йылда ҡойола, ә йәҙрә һәм декоратив лафеты — 1859 йылда. Тәүҙә ул Лобное Местола ҡуйыла, ә XVIII быуат башында Арсенал ихатаһына күсерелә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында башҡа пушкалар менән бергә музей экспонаты сифатында Ҡорал музейы алдына ҡуйыла. Әлеге ваҡытта XVI—XIX быуат артиллерия орудиелары музейы экспонаты [1][3][4].