Бейсик
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бе́йсик (BASIC, ингл. Beginner’s All-purpose Symbolic Instruction Code — тәжрибәһеҙ өйрәнә башлаусылар өсөн символдар инструкцияһының универсаль коды[3]) юғары кимәлдәге программалар төркөмө. 1964 йылда уны Дартмут колледжы профессорҙары Томас Курц менән Джон Кемени яҙған [4].
Был тел программист булмаған студенттар үҙаллы кәрәкле мәсьәләләрҙе сисеү өсөн компьютер программалары эшләү инструменты итеп яҙылған. Өй компьютерҙары өсөн тел булараҡ төрлө диалекттары бар. Хәҙерге ваҡытта бик ныҡ үҙгәргән, был тәүге версияларҙағы ябай тел түгел, ә юғары кимәлдәге ғәҙәти мөмкинлектәр биргән тел. ОС Windows -тың төрлө версиялары тарафынан идара ителгән ғәмәли программалар эшләү өсөн үҙаллы тел булараҡ ҡулланыла. Программаланыусы калькуляторҙар өсөн тел булараҡ һәм төрлө тәғәйенләнештәге эсенә индереп эшләнгән ғәмәли программалар системалары сифатында киң таралған.