Беларусь Республикаһы Президенты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь Республикаһы Президенты (бел. Прэзідэнт Рэспублікі Беларусь) дәүләт башлығы, Беларусь Республикаһы конституцияһы, кеше һәм гражданин хоҡуғы һәм ирке гаранты. Ул башҡа дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән мөнәсәбәттә Беларусь Республикаһы исеменән эш алып бара. Президент булып Беларусь Республикаһында тыуған, йәше 35-тән кәм булмаған, һайлау хоҡуғы булған һәм һайлауҙан алда ун йылдан да кәм түгел Беларусь Республикаһында даими йәшәгән Беларусь Республикаһы гражданины һайлана ала. Рәсми рәүештә, Президент 5 йылға һайлана. Беларусь Конституцияһына ярашлы, Президент бөтә вәкәләтлек осоронда сәйәси партияларҙа һәм сәйәси маҡсаттар ҡуйған башҡа йәмәғәт ойошмаларында ағзалығын туҡтата.
Ҡыҫҡа факттар Вазифаны биләй Александр Григорьевич Лукашенко 1994 йылдың 10 июленән, Рәсми резиденцияһы ...
Ябырға