Бодхидхарма
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Buddhist term
Бодхидхарма | |
Тыуған көнө |
483 или 440 |
---|---|
Вафат булған көнө |
540 |
Бодхидхарма Викимилектә | |
Бодхидхарма (Ҡытайҙа Путидамо булараҡ та билдәле (ҡыт. 菩提达摩) йәки ҡыҫҡаса Дамо (ҡыт. 达摩)[1]; 440—528 йәки 536[2][3]) — чань-буддизмдың беренсе патриархы, чань (дзень) тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы, буддизмдың 28-се патриархы. Паллава батшалығының баш ҡалаһы Канчиҙа тыуа һәм шунда белем ала. (Бодхидхарма тормошон тасуирлаған бер хикәйә буйынса, ул көньяҡ һинд брахмандарынан сыҡҡан, махаяна йолаһы буйынса буддизмды ғәмәлгә индергән, ә икенсе һүрәтләү буйынса, Бодхидхарма «Үҙәк Азиянан фарсы сығышлы» булған.)[4]. Риүәйәт буйынса, б. э. яҡынса 475 йылында Бодхидхарма исемле будда монахы, диңгеҙ юлы менән Ҡытайға килә, унда сәйәхәт иткәндә үҙенең тәғлимәтен вәғәзләй башлай. Һуңынан ул быға тиклем Суншань тауында нигеҙләнгән Шаолинь монастырына килеп урынлаша һәм унда тәүге чань-буддизм мәктәбенә нигеҙ һала. Дамо Шаолинь монастырын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, монахтарға күнекмәләр комплексын (һуңыраҡ был цигун Дамо Ицзиньцзин, йәки Бодхидхарма цигуны тип атала) бирә. Уның күп булмаған уҡыусылары араһында икенсе чань-будизм патриархы Хуэйкэ телгә алына.
Бодхидхарма «һаҡаллы вәхши» булараҡ ҙур танылыу яулаған. Тәүҙә бындай ҡушамат Бодхидхармаға ҡарата тура мәғәнәлә ҡулланыла, сөнки ҡытай монахтарынан айырмалы рәүештә, уның һаҡалы булған. Һуңыраҡ Бодхидхарманы шулай тип уның «яратҡан шәкерттәре» мәрәкәләп атай башлай.
Бодхидхарманың тормошо тураһында раҫланған сығанаҡтар һаҡланмаған. Тимәк, бер нисә быуат барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең заманға килеп еткән легендаларҙа ысынбарлыҡ һәм уйҙырма бәйләнгән, ә Бодхидхарма күп осраҡта фольклор персонажы тип иҫәпләнеүе мөмкин.[5]
Легендаларға ярашлы, Бодхидхарманы мәғрифәтселектең «ике юл һәм дүрт ысулы» тураһындағы тәғлимәттең авторы тип иҫәпләйҙәр. Беренсе юл («принципҡа инеү» ҡыт. 入理 — жу ли)) барлыҡ тереклек эйәләренең «баштан саф тәбиғәте» бар тигән ҡараштан ғибәрәт, әммә ул билдәһеҙлек менән ҡараңғылана, уны һиҙеү практикаһы аша юҡҡа сығарырға мөмкин. Икенсе юл («ғәмәлгә инеү» (ҡыт. 入实 — жу ши)) дүрт ысулдан тора: 1) бөтә ғазаптарҙы уларҙы килтереүсегә нәфрәтһеҙ ҡабул итеү; 2) яҙмыштың теләһә ниндәй ваҡиғаларын тыныс ҡына ҡабул итергә; 3) ынтылыштарҙан баш тартырға һәм нәфсене бөтөрөргә; 4) дхармик закондарҙы үтәргә. Был тәғлимәт махаяна буддизмына нигеҙләнгән ҡараштарын сағылдыра һәм тәғлимәттә чан-буддизмға хас булған нәмәләр юҡ. Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, чань-буддизм үҙенсәлеге Бодхидхарманың образына киләһе быуаттарҙа тәғлимәттең үҫә барыуына ҡарап индерелә, шуға күрә Бодхидхарма чань тәғлимәтенең символы була.
Йола буйынса, Бодхидхарма чань-будизмдың асылын сағылдырған дүрт юллы шиғыр яҙған, тип һанала, әммә будизмды өйрәнеүселәрҙең күбеһе, шиғыр күпкә һуңыраҡ яҙылған, тип уйлай[6]:
Тәғлимәттән тыш айырым тапшырыу
Һүҙҙәргә һәм яҙма тамғаларға нигеҙләнмәй
Туранан-тура аңға күрһәтеп,
Ул тәбиғәтте күрергә һәм Будданың торошона ирешергә мөмкинлек бирә.
Бодхидхарманың вафат булған көнө тураһында төрлө мәғлүмәттәр бар: 528, 532 йәки 536 йыл. Уның ҡәберендә йәки монастырь стенаһында Ицзиньцзин трактаты («Мускулдарҙа үҙгәрештәр ҡануны») — гимнастика комплексын, айырым медитатив-тын алыу күнекмәләрен, быуын гимнастикаһын, үҙ-үҙеңде контролдә тотоу ысулдарын, диетологияны һәм аңды көйләү ысулдарын үҙ эсенә алған күп функциялы физик һәм психик һауыҡтырыу системаһы табылыуы тураһында легенда бар. Легенда буйынса, трактат Бодхидхарманың үҙ тарафынан Шаолиньса монахтарына васыят рәүешендә ҡалдырылған тип әйтелә.[7]