Боронғо Греция архитектураһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо грек архитектураһы Европа архитектураһына нигеҙ һалған һәм бөтә донъя архитекторҙарына өлгө булған. Боронғо Греция архитектураһы аллаға бүләккә ҡорбан килтереү өсөн барлыҡҡа килгән.
Иң боронғо крит-микен, Гомерға тиклем һәм Гомер осорҙарына боронғо тарих һәм архитектура үҫешенә Криттағы Кносса һәм Феста емереклектәре, утрауҙарҙағы киклад мәҙәниәтле ҡалалар, циклопик һәм мегалитик Тиринф хазиналары, Элевсин һәм Дельфалағы стеналар, Павсаний телгә алған Амикл янындағы Менелая һәм Орхомен янындағы Мациас хазина урындары һ.б. Микендың боронғо емереклектәрен һәм беҙҙең эраға тиклем 2000 йылға ҡараған Аргос, Олинф, Орхомен һәм башҡа ҡалаларҙағы айырым һәйкәлдәрҙе микен ваҡытына индерәләр.