ВЧК
From Wikipedia, the free encyclopedia
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы (рус. Всероссийская чрезвычайная комиссия по борьбе с контрреволюцией и саботажем при СНК РСФСР, ҡыҫҡартмаһы — ВЧК)[1] — совет дәүләте именлеген яҡлаусы махсус орган. Комиссия 1917 йылдың 7 (20) декабрендә булдырыла[2]. 1922 йылдың 6 февралендә РСФСР НКВД-һы эргәһендәге ГПУ-ға вәкәләттәрен тапшырыу менән бөтөрөлә.
ВЧК | |
Нигеҙләү датаһы | 20 декабрь 1917 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ВЧК при СНК РСФСР |
Етәксе | Дзержинский Феликс Эдмундович һәм Петерс Яков Христофорович |
Дәүләт | Совет Рәсәйе |
Юрисдикция таралышы | РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Совет Министров СССР[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Алдағы | Хәрби-революцион комитеттар[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | РСФСР НКВД-һы ҡарамағындағы дәүләт сәйәси идаралыҡ[d] |
Алмаштырылған | СССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы |
Алыштырған | Охранное отделение[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 6 февраль 1922 |
ВЧК Викимилектә |
ВЧК РСФСР дәүләт именлеген яҡлау буйынса пролетариат диктатураһының «бөтә ил территорияһында контрреволюцияға ҡаршы көрәштең етәкселек органы» булараҡ, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы барышында большевиктар тарафынан сәйәси төркәмдәргә, шулай уҡ контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнгән кешеләргә ҡаршы үткәргән ҡыҙыл террорҙы тормошҡа ашырыуҙа яза саралары комплексының төп инструменты булып тора.
Роберт Конквестҡа ярашлы, ревтрибунал һәм ВЧК-ның судтан тыш ултырыштар приговорҙары буйынса 1917—1922 йылдарҙа бөтәһе 140 мең кеше атып үлтерелгән. ВЧК-ның тарих архивы мәғлүмәттәрен өйрәнеү нигеҙендә О. Б. Мозохин әлеге һанды тәнҡиткә дусар итә. Уның һүҙҙәренсә, "бөтә булған төҙәтмәләр һәм тартып-һуҙыуҙар менән бергә ВЧК органдары ҡорбандарының һанын 50 меңдән ашыу баһалап булмай ".[3] Сағыштырыу өсөн: Рәсәй империяһында 1825 йылдан 1905 йылға тиклем сәйәси енәйәттәр буйынса 625 үлем хөкөмө сығарыла, ә революция йылдрында — 1905 йылдан 1910 йылға тиклем — сәйәси енәйәт буйынса 5735 үлем хөкөмө сығарыла, шул иҫәптән хәрби-ялан пригорҙар, улар эсенән 3741 приговор үтәлә[4].
Контрреволюция менән көрәшеү өсөн ВЧК территориаль подразделениеларын булдыра[5].
Ҡыҫҡартылған «ЧК» һүҙенән «чекист» һүҙе барлыҡҡа килгән.