Ватан һуғышы ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ватан һуғышы ордены — 1942 йылдың майында СССР Юғары Советы Президиумының «I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырылған ССР Союзы ордены.
Ватан һуғышы ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 20 май 1942 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Александр Невский ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Һаны | 9 100 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Ватан һуғышы ордены кавалерҙары |
Ватан һуғышы ордены Викимилектә |
Артабан СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге указына ярашлы ордендың тасуирламаһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә, ә орден статутына үҙгәрештәр СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 16 декабрендәге Указы буйынса индерелә.
Һуғыш барышында I дәрәжә ордены менән 324 903 кеше бүләкләнә, II дәрәжә ордены менән — 951 652 кеше. Бөтәһе 1985 йылға тиклем I дәрәжә ордены менән — 344 меңдән ашыу, II дәрәжә ордены менән яҡынса бер миллион 28 мең кеше бүләкләнгән.
Ордендың «Юбилей» варианты менән СССР Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 11 мартындағы Указына ярашлы I дәрәжә орден менән яҡынса 2 миллион 54 мең кеше бүләкләнгән, II дәрәжә — яҡынса 5 мең 408 миллион кеше.[1]