Вьетнам һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вьетнам һуғышы (вьетн. Chiến tranh Việt Nam, ингл. Vietnam War) — XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң ҙур һуғыштарҙың береһе, ул Вьетнам, тағы ла АҠШ һәм СССР, тарихында һәм мәҙәниәтендә мөһим эҙ ҡалдырған.
Вьетнам һуғышы | |||
Төп конфликт: Икенсе Һиндҡытай һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Төньяҡ Вьетнамдың хәрби һәм сәйәси еңеүе[2] | ||
Үҙгәрештәр |
Вьетнамдың ҡушылыуы | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Вьетнам һуғышы Викимилектә | |||
Һуғыш Көньяҡ Вьетнамда граждандар һуғышы рәүешендә башланған. Артабан уға Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнам) йәлеп ителгән. Һуңыраҡ Көньяҡ Вьетнамға АҠШ һәм уның союздаштары — Көньяҡ-Көнсығыш Азия Килешеү Ойошмаһы хәрби блогы (СЕАТО), ә Төньяҡ Вьетнамға — СССР һәм ҠХР ярҙам иткәндәр. Ваҡиғалар үҫеше барышында был конфликт Лаоста һәм Камбоджала барған граждандар һуғыштары менән тығыҙ бәйләнә. 1950-се йылдарҙан алып 1975 йылға тиклем Көньяҡ-Көнсығыш Азияла барған бөтә һуғыш хәрәкәттәре Икенсе Һиндҡытай һуғышы исеме аҫтында билдәле.
Һуғышты бер нисә осорға бүлергә була:
- Көньяҡ Вьетнамда партизандар һуғышы (1957 — март 1965).
- АҠШтың тулы масштабтағы хәрби тығылыуы (март 1965—1973).
- Һуғыштың һуңғы этабы (1973—1975).