Гастроэнтерит
ашҡаҙан һәм нәҙек эсәктең шешеү ауырыуы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гастроэнтерит (бор. грек. γαστήρ, эйәлек килеш γαστρός — «ашҡаҙан» һәм ἔντερον — «эсәк»), йәки ашҡаҙан һәм эсәк катары — ашҡаҙан һәм нәҙек эсәктең шешеү ауырыуы. Йышыраҡ киҫкен, һирәгерәк хроник формала осрай. Йыуан эсәк бер үк ваҡытта зарарланғанда гастроэнтероколит диагнозы ҡуйыла. Гипертермия, ҡоҫоу, диарея, эске ауыртыуҙар һәм спазмдар менән оҙатыла[1].