Гистология
биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гистология (от грек. «туҡымалар» + λόγος «белем, фән») — биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге.
Ғәҙәттә,өйрәнеү өсөн ярҙамында туҡыманан йоҡа ғына ҡатлам ҡырҡып алына.
Анатомиянан айырмалы рәүештә, гистология организм төҙөлөшөн туҡыма кимәлендә өйрәнә.
Кеше гистологияһы — медицинаның кеше организмындағы туҡымалар төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге
Патогистология (гистопатология) — зарарланған туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Был патоморфологияның (патологик анатомия) мөһим инструменты булып тора. Сөнки яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙың теүәл диагнозы өсөн зарарланған туҡыма өлгөһөн тикшереү талап ителә.
Суд-медицина гистологияһы — суд медицинаһы бүлеге. Тәндәге йәрәхәттәрҙе туҡыма кимәлендә өйрәнә.
Күләмле (һанлы, иҫәп) истология— туҡымаларҙың эшмәкәрлек һәм үҫеш законлылыҡтарын өйрәнә. Бының өсөн үҙгәреү кисерә торған параметрҙарҙың һанлата ҡиммәтен һәм гипотезаны тикшереүҙең ҡәтғи алымдарын ҡуллана .