Джайнизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джайни́зм (санскр. जैन, jaina IAST санскр. जिन, jina IAST, «еңәүсе») — Б.Э.Т IX—VI быуаттарҙа Һиндостанда барлыҡҡа килгән дин[2][3]; үҙ тәғлимәте буйынса джайнизм һәр ваҡыт булған[4][5][6]. Нигеҙ һалыусы, ҡайһы бер фараздар буйынса боронғо ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаусы[7][8]) булып кшатрий Вардхамана йәки Джина Махавира иҫәпләнә.
Джайнизмда донъялағы тере йән эйәләренә заян итмәҫкә тип вәғәз әйтелә. Джайнизм фәлсәфәһе һәм ғәмәле иң беренсе сиратта оло ләззәтлек кисереүгә килтереүсе үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға нигеҙләнә. Нирванағы ынтылыусы, кәүҙәне ҡалдырып китеүсе йән джинна тип атала. Боронғо ҡулъяҙмаларҙа джайнизм джайн дхарме һәм шраман дхарме менән бер рәттән ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта джайнзм, Һиндостанда 5-6 миллион кешене берлештергән, иң ҙур һәм йоғонтоло дини община булып һанала[9][10]. Община Төньяҡ Америка, Көнсығыш Европа, Алыҫ Көнсығыш, Австралия илдәренән һәм башҡа тарафтарҙан килгән иммигранттар иҫәбенә тулылана[11]. Джайнист китапханалары Һиндостанда иң боронғо китапханалар[12].
Джайнизм теләһә ниндәй йән эйәһе индивидуаль һәм мәңгелек йән булып тора тип иҫәпләй. Йән сансаранан айырылғас мокшаға әүерелә. Тиак бының өсөн аскет булырға кәрәк, шуның өсөн аскетизмға ҙур иғтибар бирелә[13].