Джәмәрәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шайтандарға таш ташлау (ғәр. رمي الجمرات) —Сәғүд Ғәрәбстанындағы Мәккә ҡалаһына хажға барған ваҡытта үтәлә торған ғибәҙәттәрҙең береһе .[1][2][3]. (ғәр. جمرات джәмәрәт (күпл. ); берл. — джәмрә) - хаж ҡылыусылар шайтандарға таш ташлай торған бағаналар. Хаж ҡылыусылар джәмәрәт тип аталған өс диуарға (элек өс бағана булған) таш ташлай. Диуарҙар Мәккәнән көнсығыштараҡ Минаүҙәнендә урынлашҡан. Был хаж ваҡытында үтәлә торған фарыз (мотлаҡ үтәлә торған) ғәмәл. Йола Ибраһим Пәйғәмбәр тормошонан бер ваҡиғаны хәтергә төшөрөү айҡанлы үтәлә - ул улы Исмәғилде ҡорбанға килтермәҫкә, Аллаһы тәғәләнең әмерен үтәмәҫкә ҡотортҡан шайтанға өс тапҡыр таш бәреп ҡыуып ебәрә.
Зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы ваҡытында хаж ҡылыусылар бер ҙур джәмрәгә ете таш ташларға тейештәр. Таш ташлағандан һуң һәр хаж ҡылыусы сәсен алырға тейеш (ҡатын-ҡыҙ толом осон бер аҙ ҡыҫҡарта). Алдағы ике көндә улар һәр өс диуарға етешәр таш бәрергә тейеш. Шулай итеп, һәр хаж ҡылыусы 49-ҙан дә кәм булмаған таш ташларға тейеш. Хаж ҡылыусылар Минала йәнә бер көнгә ҡалһа, улар яңынан шул өс джәмрәгә етешәр таш бәрергә бара. Йола башҡарыр өсөн таштарҙы йә Мөздәлифәлә, йә Минала тәүге тапҡыр ташларға барыр алдынан йыя.