Енси диморфизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Енси диморфи́зм ( бор. грек. δι- — ике, μορφή — форма, рәүеш) — бер үк биологик төрҙәге анатомические различия между инәләре һәм аталары араһында айырма. Енси диморфизм төрлө физик билдәләрҙә сағыла ала[1].
- "Үлсәмдәре". Күпселек һөтимәрҙәрҙең һәм ҡоштарҙың күп кенә төрҙәрендә ата заттары инәләренән ауырыраҡ һәм ҙурыраҡ.Ер-һыу хайуандарында һәм быуынтыҡ аяҡлыларҙа инә зат, ҡағиҙә булараҡ, аталарынан эрерәк. Ташбаҡа һәм йыландарҙа инә заты ата заттан ҙур була; кеҫәрткеләрҙә, киреһенсә, ҡағиҙә булараҡ, аталары ҙурыраҡ; геккондарҙа ғына, киреһенсә, инәләре эрерәк.
- "Төклөлөк". Һаҡал - ирҙәрҙә, арыҫландарҙа йәки бабуиндарҙа - ял .
- "Төҫ". Ҡоштарҙың ҡауырһын төҫө, бигерәк тә өйрәктәрҙә айырыла.
- "Тире". Өҫтәмә оро йәки ҡатлам, мәҫәлән, боландарҙа - мөгөҙ, әтәстәрҙә - кикрек .
- "Теш". ата һинд филдәрендә - һуҡҡы, ата морж һәм ҡабандарҙа - сығып торған ҡаҙыҡ тештәр.
Ҡайһы бер хайуандарҙа, бөтәһенән элек балыҡтарҙа, енси диморфизм парлашыу ваҡытында ғына күренә. Бер теорияға ярашлы, енси диморфизм тоҡомон тәрбиәләүгә күберәк көс һалған биологик төрҙәрҙә нығыраҡ сағыла. Уның кимәле күрһәткесе булып тора, Шулай уҡ ул полигамия күрһәткесе лә булып тора.