Инстаграм
фото һәм видео хостинг хеҙмәттәре күрһәтеүсе социаль селтәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Инстаграм (ингл. Instagram) — фото уртаҡлашыуға нигеҙләнгән социаль селтәр, ҡулланыусыларға фотоға төшөргә, фильтрҙар ҡулланырға, шулай уҡ уларҙы сервисы һәм башҡа социаль селтәрҙәр аша таратырға мөмкинлек бирә[1]. Meta Platforms компанияһына ҡарай. iPhoneография сәнғәтендә иң популяр хеҙмәттәрҙең береһе булып тора. Инстаграмдағы фотоһүрәттәр квадрат формала — Kodak Instamatic һәм Polaroid камераларындағы кеүек.
Ҡушымта iOS 4.0 һәм унан да юғарыраҡ iPhone, iPad һәм iPod спецификацияһына, шулай уҡ OpenGL ES 2 ярҙамы менән Android 4,2,2 һәм унан да юғарыраҡ смартфондар менән яраша, шулай уҡ Windows Phone 8 (8.1) ҡуйылған смартфондар өсөн дә ҡулай. Ярашлы рәүештә App Store, Google Play, Windows Marketplace аша таратыла.