Интернет
мәғлүмәт һаҡлау һәм тапшырыу өсөн берләшкән компьютер селтәрҙәренең бөтә донъя системаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Интерне́т (ингл. Internet, МФА: [ˈɪn.tə.net]) — мәғлүмәт һаҡлау һәм тапшырыу өсөн берләшкән компьютер селтәрҙәренең бөтә донъя системаһы. Донъя селтәре һәм Глобаль селтәр, йә Селтәр генә тип тә йөрөтөлә. TCP/IP протоколдары базаһында төҙөлгән. Интернет нигеҙендә Бөтә донъя селтәре (урыҫса «Всемирная паутина», ингл. World Wide Web, WWW) һәм башҡа бик күп төрлө мәғлүмәт тапшырыу системалары эшләй.
2012 йылдың 30 июненә интернетты даими ҡулланыусылар һаны 2,4 млрд-тан ашып китте, йәғни Ер шары халҡының өстән бер өлөшөнән күберәге интернет хеҙмәттәренән файҙалана ине.