Ишәк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йорт ишәге (рус. домашний осёл, (лат. Equus asinus[1][2], йәки Equus africanus asinus[3]) — йомро тояҡлы, оҙон ҡолаҡлы, көлһыу төҫтәге, ат һымағыраҡ бәләкәй кәүҙәле эш хайуаны[4]. Африка ишәгенең (Equus asinus) ҡулға эйәләштерелгән төрө. Кешелек тарихында ҙур роль уйнай.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Йорт ишәге, Фәнни классификация ...
? Йорт ишәге | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Equus asinus asinus | ||||||||||||||||||
|
Ябырға
Ишәк эш хайуаны булараҡ кәм тигәндә 5000 йыл ҡулланыла. Беренсе ишәктәр, фараз буйынса, Мысырҙа йәки Месопотамияла[5][6] беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3000 йылда ҡулға эйәләштерелә һәм бөтә донъяға таралған. Бөтә йорт ишәктәре Африка ишәктәренә ҡарай, шул уҡ ваҡытта ҡоландарҙы (Азия ишәктәрен) ҡулға эйәләштерергә тырышыу һәр саҡ уңышһыҙ тамамлана.
Йортлаштырылған төрҙәр һаны арта бара, ә Африка ҡырағай ишәктәре юғалыу хәүефе янаған төр булып тора.