Йондоҙҙар картаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йондоҙҙар картаһы — йондоҙло күктең йәки уның өлөшөнөң һүрәте, картала шартлы тамғалар системаһы ярҙамында күк йөҙөндә урынлашҡан объекттар (йондоҙҙар, планеталар, кометалар һәм башҡа есемдәр) күрһәтелә. Географик карта кеүек үк, йондоҙҙар картаһы күк йөҙө координаттарының экватораль системаһында координаттар селтәре менән тәьмин ителә. Йондоҙло күк йөҙө карталарыныңы рәсем итеп ҡулдан эшләнелгәндәре лә йәки фотографияға төшөрөлгәндәре лә була.
Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә ...
Йондоҙҙар картаһы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | celestial cartography[d] |
---|---|
Йондоҙҙар картаһы Викимилектә |
Ябырға
Күктәге сиктәш участкалар индерелеп эшләнгән йодоҙҙар карталары йыйылмаһы күк йөҙө атласы тип атала.
Йондоҙҙар картаһы күктәге астрономик объекттарҙы каталогтарҙағы объекттар менән тиңләү, координаттары буйынса уларҙы эҙләү өсөн тәғәйенләнә.