Колчак Александр Васильевич
Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Колчак Александр Васильевич (16 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920).
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918).
1920 йылдың ғинуарында аҡтарҙың сигенеүе һәм сит ил интервенттарының Себерҙән эвакуациялауы ваҡытында Чехословакия корпусы командованиеһы Иркутскиҙа урындағы властарға бирә. Уның урынына урындағы власть Чехословакия эшелондарын һәм союздаш хәрби миссияларҙы Владивостокка иркен үткәрергә тейеш була. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарары буйынса судһыҙ һәм тикшереү аҙағына тиклем бөтмәһә лә, атып үлтерелә. Был комитет менән большевиктар етәкселек итә һәм ул РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Лениндың шәхси күрһәтмәләре буйынса эш итә[5][6].