Льеж — Бастонь — Льеж
From Wikipedia, the free encyclopedia
Льеж — Бастонь — Льеж (франц. Liège-Bastogne-Liège), йыш ҡына атала Ла Дойенн (франц. La Doyenne, «Иҫке Леди») — классик шоссела бер көнлөк велосипедта уҙышыу, һыл һайын апрель аҙағында Бельгияның Арденн төбәгендә, Льеждан Бастонға һәм кире маршрут буйынса үткәрелә[4][5] Тәүге тапҡыр 1892 йылда үтә, Европа профессиональ велошоссе календары <i id="mwEQ">Монументының</i> иң боронғо бишеһенең береһе булып тора[6].
Льеж — Бастонь — Льеж | |
Нигеҙләү датаһы | 1892[1] |
---|---|
Спорт төрө | шоссейный велоспорт[d] |
Дәүләт | Бельгия |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
Ойоштороусы | Amaury Sport Organisation[d] |
Рәсми сайт |
liege-bastogne-liege.be/…[2] liege-bastogne-liege.be/…[3] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 37 243 |
Льеж — Бастонь — Льеж Викимилектә |
Маршрутының оҙонлоғо һәм бик ҡатмарлы булыуы сәбәпле донъяла иң-иң ауыр бер көнлөк велосипедта үҙышыу булып һанала[7] Бельгияның данлыҡлы спортсыһы Эдди Меркс еңеү яулау буйынса рекорд ҡуйыусы тип һанала, ул бындай ярышта 5 тапҡыр еңеүсе була. Итальян Морено Арджентин һәм испан Алехандро Вальверде 4 тапҡыр чемпион була.
2017 йылда ярыштың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Льеж — Бастонь — Льеж версияһы уйлап сығарыла[8]. Ул ярышта нидерланд Анна ван дер Брегген еңеүсе була.