Мариан улағы
Тымыҡ океандағы Мариан утрауҙары янындағы донъялағы иң тәрән сөңгөл / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мариа́н улағы (йәки Мариа́н сөңгөлө) — океан төбөндәге иң тәрән сөңгөл, Тымыҡ океандың көнбайышында урынлашҡан, Ерҙә билдәле булған сөңгөлдәрҙең иң тәрәне[2]. Атамаһы сөңгөлдөң эргәһендә генә ятҡан Мариан утрауҙары исеменән алынған. Улаҡтың формаһы ярым айға оҡшаш, оҙонлоғо 2 540 км тирәһе, уртаса киңлеге 69 км һәм тәрәнлеге 11 километрға тиклем етә. Соҡор төбөндә өҫкө һыу бағанаһы баҫымдың 1086 бар булыуын күрһәтә, был диңгеҙ кимәлендәге стандарт атмосфера баҫымынан 1071 тапҡырҙан да артығыраҡ. Бындай баҫымда һыу тығыҙлығы 4,96 процентҡа арта. Сөңгөлдөң түбөндә температура 1 градустан 4 °C градусҡа тиклем етә.
Мариан улағы | |
ингл. Mariana Trench | |
Кем хөрмәтенә аталған | Марианские острова[d] |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Мариан утруҙары |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Северный Тихий океан[d] |
Глубочайшая точка | Бездна Челленджера[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | −10 994 ± 25 метр[1] |
Мариан улағы Викимилектә |
Мариан улағының иң тәрән урыны — «Челленджер упҡыны» (ингл. Challenger Deep). Ул улаҡтың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Гуам утрауынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 340 километрҙа ята (координаттары: төньяҡ киңлектең 11 градус 22 секундында һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 142 градус 35 секундында). Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, максималь тәрәнлеге метр 10 028 тәшкил итә, диңгеҙ кимәленән 11 034 метрға түбән.
2009 йылда мариан улағы АҠШ-тың милли ҡомартҡыһы булып таныла. Скриппс Океанография Институты тикшеренеүселәре Мариан улағының 10,6 км тәрәнлегендә моноталамея[3] таба. Тупланған мәғлүмәттәр улаҡта йәшәүгә һәләтле микроб формаларының булыуын фаразлай.