Марк Твен
Америка яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Марк Твен (ингл. Mark Twain, ысын исеме Сэ́мюэл Лэ́нгхорн Кле́менс; 30 ноябрь 1835 йыл, Флорида ҡасабаһы (Миссури штаты) — 21 апрель 1910 йыл, Реддинг (Коннектикут штаты); — Америка яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ул төрлө йүнәлештәрҙә ижад иткән — юмор, сатира, фәлсәфәүи фантастика, публицистика һ. б., уларҙың барыһында ла гуманист һәм демократ булараҡ таныш.
Марк Твен | |
ингл. Mark Twain | |
Марк Твен в 1895 йылда | |
Исеме: |
Сэмюэл Лэнгхорн Клеменс (ингл. Samuel Langhorne Clemens) |
---|---|
Псевдонимдары: |
Марк Твен, |
Тыуған көнө: |
30 ноябрь 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
21 апрель 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (74 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Реддинг, Коннектикут, АҠШ |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Яҙыусы-прозаик, журналист |
Уильям Фолькнер Марк Твен «беренсе ысын америка яҙыусыһы, һәм беҙ барыбыҙ ҙа шул ваҡыттан алып уның вариҫтары булдыҡ» тип яҙа, ә Эрнест Хемингуэй, хәҙерге америка әҙәбиәте Марк Твендың «Хьюклберри Финн мажаралары» тип аталған китабынан килеп сыҡҡан, тип иҫәпләй. Марк Твен тураһында урыҫ яҙыусылары Максим Горький һәм Александр Куприн айырыуса йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар.