Миссисипи (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Миссисипи (ингл. Mississippi, МФА: [ˌmɪsəˈsɪpi]; оджибве телендә misi-ziibi или gichi-ziibi — «оло йылға») — АҠШ-тағы йылға, донъялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе. Миссисипи — Төньяҡ Америкала иң эре йылғалар системаһының төп йылғаһы[1][2]. Ул Америка Ҡушма Штаттары биләмәһендә генә аға, шулай ҙа уның һыу бассейны Канадала ла таралыу алған. Миссисипиҙың башы тип Николетт-Крик инеше лә[3], Айтаска күле лә иҫәпләнә (ул ошо күлгә ҡоя)[4].
Миссисипи | |
---|---|
ингл. Mississippi River | |
Миссисипи (төньяҡтараҡ аҡҡан урыны) Сент-Луиста | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3734 км |
Бассейн | 2 981 000 км² |
Һыу сығымы | 12 743 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Николетт-Крик |
· Бейеклеге | 450 м |
· Координаталар | 47°14′23″ с. ш. 95°12′27″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Мексика ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 29°09′13″ с. ш. 89°15′03″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Ил | АҠШ |
— инеше, — тамағы | |
Миссисипи Викимилектә |
Сығанағы Миннесота штатында диңгеҙ кимәленән 530 м бейеклектә урынлашҡан. Йылға күберәген көньяҡҡа табан аға һәм оҙонлоғо 3770[2] километрға етә, Мексика ҡултығында киң дельта яһап барып ҡоя. 10 штат биләмәһе буйынса ағып үтә. Бассейны 31 штатты эсенә ала. Ул донъялағы иң ҙур йылғаларҙан дүртенсе урында, тулы һыулылығы буйынса туғыҙынсы урында тора.
Миссисипи Висконсин, Айова, Иллинойс, Миссури, Кентукки, Теннесси, Арканзас, Миссисипи һәм Луизиана штаттарының сигенән йәки ошо штаттар аша ағып үтә.
Индейҙар Миссисипи һәм уның ҡушылдыҡтары ярҙарында борондан йәшәгән. Уларҙың күбеһе һунарсы һәм йыйыусы булған, әммә ҡурған төҙөүсе тип аталған ҡайһы берҙәре үҫешкән ауыл хужалығы общиналары ойошторған. 1500-сө йылдарҙа европалыларҙың килеүе аборигендарҙың баштағы йәшәү рәүешен мәңгегә үҙгәртә. Башта йылға Яңы Испания һәм Яңы Франция, шулай уҡ иртә Ҡушма Штаттарының сиктәрен булдырып, барьер ролен үтәй, ә һуңғараҡ мөһим транспорт үҙәге һәм юл була. XIX быуатта, Көн кеүек асыҡ алдан билдәләгәнлек идеяһы апофеозы ваҡытында Миссисипи һәм уның ҡайһы бер көнбайыш ҡушылдыҡтары, башлыса Миссури, Ҡушма Штаттарының көнбайышҡа экспансия юлы булып хеҙмәт итә.
Ләм ултырмаларының ҡалын ҡатламы менән ҡапланған йылға үҙәне АҠШ-тың иң уңдырышлы төбәктәренең береһе булып тора, был Миссисипиҙа легендар пароходтар эраһы үҫешенә булышлыҡ итә. АҠШ-та граждандар һуғышы ваҡытында Союз көстәре тарафынан йылғаны баҫып алыу йылғаның сауҙа һәм транспорт юлы булараҡ мөһимлеге арҡаһында ҡаршылыҡтарҙа боролош нөктәһе булып тора. Ҡалаларҙың үҫеше һәм йылғала ҙур карап һәм баржаларҙың барлыҡҡа килеүе менән, XX быуат башында дамбалар, быуалар, шлюздар һәм башҡа гидротехник ҡоролмалар төҙөү буйынса масштаблы гидротехник эштәр башлана.
Миссисипи бассейнының хәҙерге үҫеше бер нисә рәт экология проблемаларына алып килә: иң ҙуры булып йылғаның ауыл хужалығы ҡалдыҡтары менән бысраныуы тора, был Мексика ҡултығын "үлем зонаһы"на килтерә. Һуңғы йылдарҙа йылға дельтаһында Миссисипиның Атчафалайа тармағына туҡтауһыҙ күсеше билдәләнә, был Яңы Орлеан кеүек дельтала порттар өсөн һәләкәтле эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Дренаждар һәм быуалар системаһы был процесты тотҡарларға мөмкинлек бирә, әммә тупраҡ ҡатламының ағыуы һәм эрозия арҡаһында күсеш йылдан-йыл арта.