Музалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Музалар (бор. грек μοῦσα, күплектә — μοῦσαι; «аҡыллы, дөрөҫ фекерләүсе») боронғо грек мифологияһындағы алиһәләр[1], алла Зевс менән титанида Мнемосинаның[2] йә сәнғәт һәм фәндәрҙе ҡурсалаусы Гармонияның[3] ҡыҙҙары. Парнастайәшәгәндәр. Бынан тыш, музаларҙың йәшәү урыны тип Беотиялағы Геликон тауы һаналған, унда изге шишмәләр, илһам сығанаҡтары — Аганиппа һәм Гиппокрен урғылып сығып ятҡан. Музаларҙан, башта хәҙерге мәғәнәлә музыканы ғына түгел, ә музалар эшмәкәрлеге менән бәйле һәр сәнғәтте йәки фәнде аңлатҡан (грек. сифаты μουσική, күҙ уңында тотола τέχνη йәки ἐπιστήμη), хәҙерге «музыка» һүҙе килеп сыҡҡан. Музаларға ғибәҙәтханалар бағышланған, улар мусейондар тип аталған (был һүҙҙән «музей» һүҙе килеп сыҡҡан).
Музалар | |
Тыуған урыны | Пиерия[d] |
---|---|
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Музалар Викимилектә |
Ҙур әҙәбиәттә музалар «Илиада» һәм «Одиссея» (XXIV: 60) әҫәрҙәрендә тәүләп телгә алына.