Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Андреевич Римский-Корсаков исемендәге Ленин орденлы Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы — рус. Санкт-Петербургская консерватория имени Н. А. Римского-Корсакова - Санкт-Петербург юғары музыка уҡыу йорто, Рәсәйҙең тәүге консерваторияһы. 1861 йылдың 17 (29) октябрендәге иң юғары указ менән пианист, композитор һәм дирижер Антон Рубинштейндың башланғысы буйынса шунан ике йыл элек асылған Рус музыка йәмғиәтенең музыка кластары нигеҙендә булдырылған училище[8]. Уставтың 1-се § ярашлы, музыкаль училище туранан-тура бөйөк кенәзбикә Елена Павловнаның ҡурсыуында ойошторолған. Артабан училище консерваторияға үҙгәртелгән. Рәсми асыу тантанаһы 1862 йылдың 8 (20) сентябрендә уҙа.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Ябырға