Пабло Пикассо
From Wikipedia, the free encyclopedia
Па́бло Дие́го Хосе́ Франси́ско де Па́ула Хуа́н Непомусе́но Мари́я де лос Реме́диос Сиприа́но де ла Санти́сима Тринида́д Мáртир Патри́сио Руи́с һәм Пика́ссо (шулай уҡ ҡабул ителгән Пикассо́[1][2], исп. Pablo Diego José Francisco de Paula Juan Nepomuceno María de los Remedios Cipriano de la Santísima Trinidad Mártir Patricio Ruiz y Picasso; 25 октябрь 1881 йыл, Мáлага, Испания — 8 апрель 1973 йыл, Мужен, Франция) — испан рәссамы, скульптор, график, керамист һәм дизайнер.
Пабло Пикассо | |
Pablo Picasso | |
| |
Исеме: |
Пабло Диего Хосе Франсиско де Паула Хуан Непомусено Мария де лос Ремедиос Сиприано де ла Сантисима Тринидад Мартир Патрисио Руис и Пикассо |
---|---|
Тыуған: |
25 октябрь 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) |
Тыуған урыны: |
Малага |
Үлгән: |
8 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (91 йәш) |
Үлгән урыны: |
Мужен |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
рәссам, скульптор, график, керамист һәм дизайнер |
Уҡыған урыны: |
Королевская академия изящных искусств Сан-Фернандо в Мадридта (1 йыл) |
Стиль: |
кубизм, сюрреализм, постимпрессионизм |
Наградалары: | |
Имза: | |
Работы |
Жорж Брак һәм Хуан Грис менән берлектә кубизмға нигеҙ һалуысы. Өс яҫылыҡтағы кәүҙә оргиналь манерала бер яҫылыҡҡа индереп берләштереп төшөрөлгән. Пикассо график, скульптор, керамист һәм башҡа тармаҡтарҙа эш алып барған. Бик күп ҡабатлаусыларҙы йәлеп итеп, ул XX быуатта һынлы сәнғәттең үҫешенә һиҙелерлек ыңғай тәьҫир итә. Хәҙерге сәнғәт музейы баһаларына таянып (Нью-Йорк) әйткәндә, Пикассо 20 мең эш эшләй.[3].
2008 йылда эксперттар Пикассоны иң ҡиммәт рәссам тип атайҙар. Уның эштәрен һатыуҙан 262 млн долл табыш алынған[4]. 2010 йылдың 4 майында "«Обнажённая, зелёные листья и бюст» картинаһы 106 482 000 долларға һатылып, донъяла бар дәүерҙә һатылған эштәр араһында иң ҡиммәте була һәм рекорд ҡуя.[5].
2009 йыл The Times гәзите үҙенең уҡыусылары араһында һорау алыу ойоштора, уның һөҙөмтәләре буйынса Пикассо һуңғы 100 йыл эсендәге иң һәйбәт рәссам тип билдәләнә. Сөнки уның полотналары урлаусылар араһында «популярлыҡ» буйынса беренсе урында тора. [6].