Парето законы
20/80 принцибы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Парето законы (Парето принцибы, 80/20 принцибы[1]) — эмпирик ҡағиҙә, иҡтисадсы һәм социолог Вильфредо Парето хөрмәтенә аталған, дөйөмләштереп әйткәндә, «тырышлыҡтың 20 проценты 80 % һөҙөмтә бирә, ҡалған 80 % тырышлыҡ — бары тик 20 % һөҙөмтәгә өлгәшә». Ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелек факторҙарына һәм тормошҡа ашыуына анализ яһағанда төп ҡағиҙә булараҡ ҡулланылыуы ихтимал: иң мөһим эштәрҙең минимумын дөрөҫ итеп һайлап, планлаштырылған тулы һөҙөмтәнең ҙур өлөшөнә өлгәшеү, эштәрҙе артабан яҡшыртыуҙың һөҙөмтәһе бик түбән һәм урынһыҙ булыуы мөмкин (Паретоның кәкре һыҙығына ярашлы).
Парето законы | |
Хөрмәтенә аталған | Вильфредо Парето[d] |
---|---|
Нәшер ителеү ваҡыты | 1896 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Джозеф Джуран[d] |
Правовой статус | 🅮[d] |
Парето законы Викимилектә |
Был законда килтерелгән һандарҙы һис шикһеҙ теүәл һандар тип һанарға ярамай: был бары тик мнемоника ҡағиҙәһе. Парето итальян йорт хужалары араһында килемдәр бүленешенең аныҡ структураһын асыҡлаған, һөҙөмтәлә 20 һәм 80 һандары килеп сыҡҡан.