Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы (Рәсәй МИД-ы) — Рәсәй Федерацияһының[6] тышҡы сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм норматив-хоҡуҡи көйләүҙе булдырыу һәм тормошҡа ашырыусы буйынса функцияларҙы башҡарған федераль башҡарма власть органы.
Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы (Рәсәй МИД-ы) | |
---|---|
МИД эмблемаһы[1] | |
Рәсәй МИД-ы Флагы | |
Смоленская-Сенная майҙанындағы Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы бинаһы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән | 1549 1991[2][3] |
Алдан килеүсе | СССР Тышҡы бәйләнештәр министрлығы (1991) РСФСР-ҙың Сит ил эштәре министрлығы (РСФСР МИД-ы) (1946—1991) СССР Сит ил эштәре министрлығы (СССР МИД-ы) (1946—1991) РСФСР-ҙың Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (РСФСР НКИД-ы) (1944—1946) СССР Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (СССР НКИД-ы) (1923—1946) РСФСР Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (РСФСР НКИД-ы) (1917—1923) |
Бойһоноусылар | Рәсәй Федерацияһы Президенты |
Юғары идара | Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте |
Штаб-квартира | Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү, 119200, Смоленская-Сенная майҙаны, 32/34-се йорт 55°44′45″ с. ш. 37°35′03″ в. д.HGЯO |
Хеҙмәттәштәр һаны | Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында һәм уның сит ил учреждениеларында 12 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй (2009)[4] |
Йыллыҡ бюджет | 42,4 млрд руб. (на 2012) |
Министр | Лавров Сергей Викторович |
Аҫтындағы идара | Россотрудничество (Рәсәй хеҙмәттәшлеге) |
Мөһим документ | Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы тураһында Положение[5] |
Сайт | |
https://mid.ru |
Министрлыҡ, Конституцияла нығытылған мәсьәләләр буйынса йәиһә Рәсәй Федерацияһының закон акттарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентына буйһона.
Сит ил эштәре министры етәкләй; 2004 йылдан вазифаны Сергей Викторович Лавров биләй.
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы (1946—1992 йылдарҙа РСФСР МИД-ы) 1944 йылдың 1 февралендә Сит ил эштәре Халыҡ комиссариаты булараҡ барлыҡҡа килә һәм СССР Сит ил эштәре министрлығы менән йәнәш йәшәй.
«МИД» аббревиатураһыһы урыҫ телендә мужской род исеме булараҡ ҡулланыла; унан йәнле һөйләштә «мидовский» сифаты барлыҡҡа килгән[7].