Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй империяһының Үҙәк Азия биләмәләре — был исем аҫтында ғәҙәттә хәҙерге замандағы Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан территорияһын күҙ уңында тоталар, әлеге илдәр Рәсәй империяһы составына өлкәләр сифатында ингәндәр, атап әйткәндә, Урал, Турғай, Акмулла, Семипалатинск, Семиреченск, Фирғәнә, Һырдаръя, Сәмәрҡәнд һәм Каспий аръяғы өлкәләре, шулай уҡ теге йәки был кимәлдә автономия һаҡлап ҡалған Бохара әмирлеге һәм Хиуа ханлығы. Ошо сиктәрҙә Үҙәк Азия биләмәләре үҙ эсенә 721 7 684 кеше (1897) менән 3 501 510 км² (3076628 квадрат саҡрым) ала. Кайһы берҙә Семипалатинск һәм Аҡмулла өлкәләрен Себергә беркеткәндәр.
Рәсәйҙең Урта Азияға экспансияһы XIX быуат дауамында иң эре колониаль державаһы Англия яғынан ҡаршылыҡҡа дусар була (дипломатик һәм башҡа хәрби булмаған), сөнки Англия Рәсәйҙең төбәкте колониялаштырыуын Һиндостандағы үҙенең хакимлығына потенциаль ҡурҡыныс итеп ҡабул итә. Ҡаршылыҡтар сиктәрендә, XIX быуаттың башынан, Рәсәйҙең йоғонтоһо сфераһын[* 1] Урыҫ Урта Азияһы тип атай башлайҙар[* 2].