Святослав Игоревич
Новгород кенәзе һәм Бөйөк Киев кенәзе ( 945 йылдан, ғәмәлдә 964 й.— 972 й.), полководец булараҡ билдәле. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Святослав Игоревич (Свѧтославъ Игоревичь; 920 һәм 942 араһында — яҙ йәки март[1] 972) — Новгород кенәзе һәм Бөйөк Киев кенәзе ( 945 йылдан, ғәмәлдә 964 й.— 972 й.), полководец булараҡ билдәле.
Ҡыҫҡа факттар Киев Русе кенәзе, 945 — март 972 ...
Святослав Игоревич | ||
бор.-урыҫ. Свѧтославъ Игоревичь | ||
| ||
---|---|---|
945 — март 972 | ||
Регент: | Ольга (945 — 961) | |
Алдан килеүсе: | Игорь Рюрикович | |
Дауамсы: | Ярополк Святославич | |
| ||
945 — 969 | ||
Регент: | Ольга (945 — 961) | |
Алдан килеүсе: | Игорь Рюрикович | |
Дауамсы: | Владимир Святославич | |
Дине: | славянское язычество[d] | |
Тыуған: | 920 һәм 942 йылдар Киев, Киев Русе | |
Үлгән: | март 972 Днепрҙа | |
Нәҫел: | Рюриковичи | |
Атаһы: | Игорь Рюрикович | |
Әсәһе: | Ольга | |
Ҡатыны: | Предслава наложница: Малуша | |
Балалары: | Ярополк, Олег, Владимир | |
Ябырға
Святослав, 945 йылда, атаһы Киев кенәзе Игорь һәләк булғандан һуң, өс йәшендә бөйөк кенәз тип иғлан ителә, яҡынса 961 йылда (964 йыл, йылъяҙма буйынса) үҙаллы идара итә башлай. Святослав ваҡытында Киев Русе менән башлыса әсәһе— княгиня Ольга идара итә (тәүҙә Святослав бәләкәс ваҡытта, һуңынан хәрби походта даими булған сағында). 972 йылда, Болгариянан походтан ҡайтҡанда, Днепр тупһалары янында Святослав бәшнәктәр тарафынан үлтерелә.