Сельва
From Wikipedia, the free encyclopedia
Се́льва (исп. selva , лат. silva — урман) — Бразилия, Перу Суринам, Венесуэла, Гайана, Парагвай, Колумбия һ.б. илдәрҙә дымлы тропик урманды (джунгли) билдәләү өсөн ҡулланылған географик термин. Сельва даими дымландырып торған ҡоро ерҙең уйһыулыҡтарында барлыҡҡа килә, сельва тропик ямғырҙар менән йыуылып тора, шул сәбәпле тупрағы минераль матдәләр менән бик ярлы. Сельва йыш ҡына һаҙлыҡлы урынға әйләнә. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төҫтәренең күплеге һәм үҫемлек, ҡош, хауандарҙың күп төрлөлөгө менән айырыла. Майҙаны буйынса иң эре сельва Бразилияла Амазонка бассейнында урынлашҡан (уның майҙаны Украина майҙанын ике тапҡыр ҙурыраҡ).