Спорт ориентирлашыуы
карта һәм компас буйынса контроль пункттарын үтеү / From Wikipedia, the free encyclopedia
Спорт ориентирлашыуы — спортсыларҙың спорт картаһы һәм компас ярҙамында билдәле булмаған трассаны ошо төбәктә урынлашҡан контроль пункттары (КП) аша үтеүен үҙ эсенә алған спорт төрө. Ярыш һөҙөмтәләре дистанцияны үтеү ваҡытына (ҡайһы бер осраҡта штраф ваҡыты ла быға индерелә) йәки йыйылған мәрәйҙәр[1] һанына ҡарап сығарыла.