Сәфәүиҙәр дәүләте
1501-1722 йылдарҙағы феодаль дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәфәүиҙәр дәүләте йәки Сәфәүиҙәр Ираны[15][16], шулай уҡ Сәфәүиҙәр Фарсыһы[17], ҡайһы берҙә Сәфәүиҙәр империяһы (әзерб. Səfəvilər dövləti; фарс. دولت صفویه; Dowlat-e Safaviyye) — Сәфәүиҙәр хакимлыҡ иткән династия исеме менән аталған, орден шәйехе Сәфәүиә Исмәғил I етәкселегендә барлыҡҡа килтерелгән ҡыҙылбаш ҡәбилә конфедерацияһы, 1501-1722 йылдарҙа йәшәгән феодаль дәүләт[18][19][20][21]. Дәүләт территорияһы хәҙерге Әзербайжан, Иран, Әрмәнстан, Грузия, Төркмәнстан, Афғанстан, Ираҡ, көнсығыш Төркиә, Кувейт, Бахрейн территорияларын, шулай уҡ Пакистандың бер өлөшөн, Үзбәкстан менән Тажикстандың көньяғын, Сүриәнен көнсығышын һәм Рәсәйҙең (Дәрбәнт) көньяғын үҙ эсенә алған. Урта быуат сығанаҡтарында дәүләт йыш ҡына Ҡыҙылбаш дәүләте (фарсы. Доулет-е Кызылбаш)[22][23][24] тип аталған.
Сәфәүиҙәр дәүләте | |||||
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Рәсми тел |
- | ||||
Дин |
ислам шиғыйлыҡ | ||||
Аҡса берәмеге |
фарсы туман, ғәббәси | ||||
Майҙаны |
3,5 миллион км² (шаһ Ғәббәс хакимлыҡ иткән осорҙа) | ||||
Халҡы |
20 миллионға тиклем кеше | ||||
Идара итеү формаһы |
абсолют монархия, теократия | ||||
Династия | |||||
Закон сығарыу власы |
Дәүләт советы | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Шаханшах | |||||
• 1501—1524 | |||||
• 1732—1736 |
Ғәббәс III | ||||
• 1501—? |
Мөхәммәт Зәкәриә Кужужи | ||||
• 1729—1736 | |||||
Сәфәүиҙәр дәүләте Викимилектә | |||||
Юғарыла әйтелгәнсә, Сәфәүиҙәр династияһы Ардебиль ҡалаһында нигеҙләнгән Сәфәүи орденының суфыйҙар нәҫеленән башлана[25]. Был курд сығышлы ҙур иран династияһы булған[26][27][28], улар йыш осраҡта төрки төркмәндәре[29], грузиндар[30], черкестар[31][32] һәм понтий гректары сановниктары менән никахҡа ингән[33], улар И рандың төрки телле халҡы йәки төркиләшкән булған[34]. Үҙҙәренең Ардебилдағы аҫаба еренән Сәфәүиҙәр Оло Иран өлкәләренә контроль булдыра һәм, шул рәүешле, төбәктең Иранға оҡшашлығын[34] һәм Буидтар осоронан башланған Иран милли дәүләтенә рәсми нигеҙ һалғанлығын раҫлай[35].
Сәфәүиҙәр XIII һәм XIV быуаттарҙа Ардебилдә Сәфәүиҙәр тәриҡәтенә нигеҙ һалған Сәфи әд-Дин тоҡомонан булған, ләкин, батшаларын шаһиншаһ тип йөрөтһәләр ҙә, уларҙы Сәсәниҙәр дәүләте дауамы тип булмай[36][37]. Скорее наоборот, тюрки все также были в господствующем положении[38]. Сәфи әд-Диндең тоҡомо Шәйех Жунейд, үҙе тирәләй ҡыҙылбаш атамаһы менән билдәле күп кенә төрки төркмәндәрҙе туплап, тыныс рухи эшмәкәрлектән баш тарта һәм орденды хәрбиләштерә. Башланғанда сөнниҙәр, синкретик һәм ортодоксаль шиғый исламын ҡабул итеп, төрки адептар йоғонтоһонда үҙгәрә. XV һәм XVI быуаттар сигендә шәйех Жунейд Исмаил үҙе яғындағы ҡыҙылбаштар ярҙамында дәүләт дине сифатында шиғыйлыҡ булған ҙур империя төҙөй алған.
Исмаилдың яулауҙар, үҙ сиратында, әсәһе яғынан Аҡ Ҡуйлылар династияһына яҡын булғанлыҡтан, Аҡ Ҡуйлылар территорияһына дәғүәләре, шулай уҡ Сәфәүиҙәр проектында ышаныс тапҡан бик күп төрки күсмә халыҡтарҙы дәүләттең көсәйә барған үҙәкләштереүе менән шөғөлләнгән Ғосман империяһына ҡаршы тороу динамикаһы менән дан тота.
Сәфәүиҙәр хәҙерге Иран дәүләте өсөн географик нигеҙ булдырыу менән бәйле, улар булдырған дәүләт ҡайһы берҙә Иран милли дәүләтселеген тергеҙеү йәки булдырыу тип ҡабул ителә, әммә бындай ҡараш йыш ҡына дәүләт булдырыуҙа һәм уның эшмәкәрлегендә төрки элементты иғтибарһыҙ ҡалдырыу өсөн тәнҡитләнә.