Температура
есемдәрҙең йылыныу һәм һыуыныу дәрәжәһен характерлай торған дәүмәл / From Wikipedia, the free encyclopedia
Температу́ра (лат. temperatura — тейешле ҡушылыу, нормаль, ғәҙәти хәл-торош) — есемдәрҙең йылыныу һәм һыуыныу дәрәжәһен характерлай торған дәүмәл[1]; термодинамик системаны характерлап билдәләүсе һәм есемдәрҙең төрлөсә йылыныу дәрәжәһен һиҙемләп аңлауҙың миҡдарын күрһәтеүсе физик дәүмәл.
Тере йән эйәләре йылы һәм һыуыҡты туранан-тура үҙҙәренең һиҙеү ағзалары аша ҡабул итергә һәләтле. Әммә температураны аныҡ билдәләү уның объектив, махсус приборҙар ярҙамында үлсәнеүен талап итә. Улар термометр тип атала һәм эмпирик тип йөрөтөлгән температураны билдәләй. Температураларҙың эмпирик шкалаһында ике репер нөктә һәм улар араһында һан бүлемдәре билдәләнә — әлеге ваҡытта ҡулланылған Цельсий градусы, Фаренгейт градусы һәм башҡа шкалалар нәҡ шуның өлгөһө. Кельвиндарҙа үлсәнелгән абсолют температура бер репер нөктә менән билдәләнә,[2] сөнки тәбиғәттә температураның иң минималь сик күрһәткесе — абсолют нуль бар. Температураның юғары күрһәткесе Планк температураһы менән сикләнә.
Йылылыҡ тигеҙлегендәге системаның бар өлөштәренең дә температураһы бер төрлө була. Кире хәлдә энергия системаның нығыраҡ йылынған өлөштәренән уның аҙ йылынған өлөштәренә күсә һәм был системалағы температураның тигеҙләнешенә килтерә. Был температураның системала бүленеүе тураһында һөйләй. Термодинамикала температура — интенсив термодинамик дәүмәл.
Термодинамик температура менән бер рәттән физиканың башҡа бүлектәрендә температураның башҡа аңлатмалары ла индерелеүе мөмкин. Молекуляр-кинетик теорияла билдәләнеүенсә, температура система өлөштәренең уртаса кинетик энергияһына пропорциональ була. Температура система өлөшсәләренең энергия кимәле буйынса («Максвелл — Больцман статистикаһы»), тиҙлеге яғынан (Максвелл бүленеше), есемдең ионлашыу дәрәжәһе йәһәтенән (Саха тигеҙләмәһе), нурланыуҙың спектраль тығыҙлығы (Планк формулаһы) һәм уның тулы күләм тығыҙлығы (Стефан — Больцман законы) буйынса һәм башҡа бүленеүҙәрҙе билдәләй. Бынан сығып, Больцман бүленеүе параметры булған температураны йыш ҡына ҡуҙғатыу температураһы, Максвелл бүленеүендәгеһен — кинетик температура, Саха тигеҙләмәһендә булғанын — ионизацион температура, Стефан — Больцман законына ҡарағанын — радиацион температура тип йөрөтәләр. Термодинамик тигеҙлектә булған система өсөн бөтә был параметрҙар бер-береһе менән тигеҙ була, һәм уларҙы бергә система температураһы тип атайҙар[3].
Халыҡ-ара дәүмәлдәр системаһында (ингл. International System of Quantities, ISQ) термодинамик температура системаның ете төп дәүмәлдәре эсенә индерелә. Ошо Халыҡ-ара дәүмәлдәр системаһына нигеҙләнгән Халыҡ-ара берәмектәр системаһында (СИ, франц. Le Système International d’Unités, SI) был температураның берәмеге итеп кельвин алынған һәм ул Халыҡ-ара берәмектәр системаһының ете төп берәмегенең береһе[4]. СИ системаһында һәм көндәлек практикала шулай уҡ Цельсий температураһы ла ҡулланыла, уның берәмеге итеп ҙурлығы буйынса кельвинға тиң булған Цельсий градусы (°С) алынған[5]. Ерҙәге климат процесстарының һәм тере тәбиғәттәге башҡа күренештәрҙең күпселеге Цельсий градусының (°С) -50-нән +50-гә арауығы менән бәйле булғанлыҡтан, был берәмекте ҡулланыуы бик тә уңайлы.