Украинаның Милли фәндәр академияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Украинаның Милли фәндәр академияһы (укр. Національна академія наук України, ҡыҫҡаса УМФА) — Украинаның юғары дәүләт фәнни ойошмаһы. 2002 йылдың 5 апрелендә Академияның дөйөм йыйылышы тарафынан раҫланған Устав һәм Украина хоҡуҡиәте нигеҙендә эшмәкәрлек итә. Тәбиғи, ижтимағи һәм техник фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Ябырға
Гетман П. П. Скоропадский (Украина державаһы) хөкүмәте тарафынан 1918 йылдың 27 ноябрендә нигеҙләнгән. В. И. Вернадский Украина фәндәр академияһының нигеҙләүсе ағзаһы һәм тәүге президенты булған[8]. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Украина геройы, Ленин премияһы лауреаты, академик Борис Евгеньевич Патон 1962 йылдан академияның президенты булып тора.