Фильм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фильм (ингл. film — плёнка, шулай уҡ — кино, кинофильм, телефильм, кинокартина) — кино сәнғәтенең айырым әҫәре. Технология яғынан бер сюжет менән бәйләнгән хәрәкәтләнгән һүрәттәр (монтаж кадрҙары) йыйыны[1]. Һәр монтаж кадры фотографик йәки цифрлы хәрәкәтһеҙ һүрәттәр теҙмәһе. Фильмға шулай уҡ тауыш өҫтәлә.
Фильмдарҙы барлыҡҡа килтереү һәм уйнатыуға бәйле кеше эшмәкәрлеге кинематограф тип атала. Кинематограф үҙ эсенә кино сәнғәте һәм кино индустрияһын ала. Фильмдар хәрәкәтләнгән һүрәттәрҙе кино төшөрөү аппараттары йәки цифрлы камера ярҙамында төшөрөлә, мультипликация һәм махсус эффекттар ҡушылырға мөмкин.
Фильмдар ҡарау хәҙерге заман мәҙәниәте өлөшө. Популяр фильмдар геройҙары һәм актёрҙар билдәлелек яулай, образдары таныла. Фильмдарҙы күпләп ҡарау өсөн махсус кинотеатрҙар төҙөлә. Ғәҙәттә фильм 90—120 минут (1,5—2 сәғәт) бара, өй шарттарында фильмды компьютерҙан ҡарайҙар.
XX быуат башында Рәсәйҙә «фи́льма» тип әйтеү дөрөҫ һаналған, был исем менән шулай киноплёнканы ла йөрөткәндәр].