Фистбол
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фистбол (ингл. Fistball, «ҡул тубы») — командалы спорттың популяр төрө. Үләнле майҙанды (50х20 метр үлсәмендәге) йылым йәки таҫма ярҙамында ҡап урталай бүлгән ерҙә уйнала торған уйын.
Унда командалар йылымдың ике яғынан урын алып, уның аша туп ырғытып уйнайҙар. Уйын ҡағиҙәһе буйынса, ҡаршы яҡтың биләмәһенә төшөрөр өсөн, тупты йылым аша ҡул менән бәреп ырғыталар. Ә үҙ яҡтарында тупҡа ҡулдары менән бер тапҡырҙан артыҡ тейергә тейеш түгелдәр.
Уйынсыларға тупҡа өс тапҡырға тиклем генә ҡул менән тейергә ярай, һәм уларға һәр бәреүҙән йәки пастан һуң туптың бер тапҡыр ғына ергә төшөрөлөүе рөхсәт ителә Уйын биш сетта еңеү яулағанға ҡәҙәр дауам итә, һәр сетта 11 мәрәй уйнатыла.
Фистболға оҡшаш спорт төрө тәүге тапҡыр беҙҙең эраның 240 йылдарында Рим императоры Гордиан III телмәрендә телгә алына. Уйындың тәүге рәсми ҡағиҙәләре 1555 йылда Италияла нәшер ителә, шуның арҡаһында был уйынды ҡайһы берҙә «итальян ҡаҡма туп уйыны» тип тә атайҙар.