Хави
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хавьер Эрнандес Креус (кат. Xavier Hernández i Creus; 25 ғинуар 1980 йыл, Террасса, Каталония, Испания), Хави[1] булараҡ билдәле — испан футболсыһы, «Барселона» футбол командаһының экс-капитаны һәм Испания милли йыйылма командаһының вице-капитаны. Һөнәри карьераһын тамамланғандан һуң «Аль-Садд» Катар клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә.
Хави | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Хавьер Эрнандес Креус | |
Тыуа | 25 ғинуар 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (44 йәш) Тарраса[d], Барселона[d], Барселона[d], Каталония, Испания | |
Гражданлығы | Испания | |
Буйы | 170[1] см | |
Ауырлығы | 68[1] кг | |
Позиция | ярымһаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | Аль-Садд | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1991—1997 | Барселона | |
Клуб карьераһы* | ||
1998—2015 | Барселона | 505 (58) |
1997—2000 | → Барселона B | 55 (3) |
2015—2019 | Аль-Садд | 82 (21) |
Йыйылма командаһы** | ||
1997 | Испания (до 17) | 10 (2) |
1997—1998 | Испания (до 18) | 10 (0) |
1999 | Испания (до 20) | 6 (2) |
1998—2001 | Испания (до 21) | 25 (7) |
2000 | Испания (олимп.) | 6 (2) |
2000—2014 | Испания | 133 (13) |
Тренер карьераһы | ||
2019—х. в. | Аль-Садд | |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Көмөш | Сидней 2000 | футбол |
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | ЮАР 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаты | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
Дәүләт наградалары | ||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
«Барселона» aутбол академияһы тәрбиәләнеүсеһенең беренсе командаһы составында дебюты 1998 йылдың 18 авгусында була. Шул ваҡыттан алып ул клуб менән бергә 25 трофей яулай, шул иҫәптән һигеҙ титулға лайыҡ була: Испания чемпионы, өс тапҡыр Испания кубогы чемпионы һәм дүрт тапҡыр УЕФА-ның Чемпиондары лигаһы чемпионы. Хави Испания йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012) һәм Донъя чемпионы (2010), шулай уҡ Олимпия уйындарының (2000) көмөш призеры була. Ошо турнирҙарҙың символик йыйылма командалары составында инә.
Хави — Испания чемпионаттарындағы матчтар буйынса клуб[2] һәм УЕФА-ның Чемпиондар лигаһы[3] рекордсмены. Дүрт тапҡыр донъяның иң яҡшы плеймейкеры тип таныла[4] (2008, 2009, 2010, 2011). Евро-2008 чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы. УЕФА версияһы буйынса символик Европа йыйылма командаһына (2008, 2009, 2010, 2011, 2012) һәм ФИФА версияһы буйынса донъя символик йыйылма командаһына инә (2008, 2009, 2010, 2011, 2012, 2013). Донъяның өсөнсө футболсыһы (2010, 2011). Хавиҙы уйын яланын яҡшы күрә белеүе һәм матур пас техникаһы айырып тора[5].