Химик технология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хими́к технология — иҡтисади яҡтан иң арзан һәм экология яғынан нигеҙләнгән эшкәртелмәгән тәбиғи материалдарҙы ҡулланыу әйберҙәре һәм производство саралары итеп сығарыу өсөн химик эшкәртеү тураһында фән. Химик технология процесстары сеймалды ҡатмарлы химик һәм физик - химик күренештәргә нигеҙләнгән химик эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала.
Викидатала элемент тултырылмаған |
Органик булмаған химик технологияға минераль сеймал (металл рудаларынан башҡа), кислоталар алыу, һелтеләр, минераль ашламалар инә. Органик химик технология — нефть эшкәртеү, күмер, тәбиғи газ һәм башҡа янар ҡаҙылмалар эшкәртеү, синтетик полимерҙар , буяуҙар, дарыуҙар һәм башҡа матдәләр алыу.