Чехословак корпусы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чехословак корпусы (Чехословак легионы) — Беренсе донъя һуғышы йылдарында Рәсәй армияһы составында башлыса әсирлеккә эләккән Австрия-Венгрия армияһының элекке хәрбиҙәре, Германияға һәм Австрия-Венгрияға ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк белдергән чехтарҙан һәм словактарҙан булдырылған ирекле милли хәрби берләшмәһе.
Чехословак корпусы | |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
---|---|
Ғәскәр төрө | Чехословацкие легионы[d] |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Франция |
Урын | Рәсәй империяһы |
Француз хөкүмәтенең Францияла автономиялы Чехословак армияһын ойоштороу буйынса декрет нигеҙендә Рәсәйҙә 1918 йылдың 15 ғинуарынан формаль рәүештә француз командованиеһына буйһондорола.
1918 йылдың яҙ-йәйендә корпус Совет власына ҡаршы хәрби ғәмәлдәргә йәлеп ителә[1]. Волга, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта Чехословак корпусының фетнәһе совет власы органдарын бөтөрөү, советтарға ҡаршы хөкүмәттәрҙе ойоштороу (Ойоштороу йыйылышы комитеты ағзалары, Ваҡытлы Себер хөкүмәте, һуңынан — Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәт) һәм аҡгвардиясыларҙың Совет власына ҡаршы киң масштаблы ҡораллы ғәмәлдәрҙе башлау өсөн уңайлы ситуация тыуҙыра.