Шаһнамә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шаһнамә (фарс. شاهنامه — «Шаһтар китабы») — донъя әҙәбиәтенең иң мәшһүр ижад үрнәктәренән һанала. Ирандың бөйөк шағиры Әбелҡасим Фирҙәүси (930—1020) әҫәре.
Әҫәрҙә Ирандың иң боронғо тарихынан алып, VII быуат Ислам диненең фарсы ерҙәренә урынлашыуына тиклемге тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Шаһтар китабы — бер автор яҙған иң оҙон поэма. Уның күләме «Илиада» һәм «Одиссея»ның икеһен ҡушҡан саҡта ла ике тапҡыр ҙурыраҡ[1].
Был әҫәрҙә Ирандан ҡала Һиндостан, Үҙәк Азия, Анатолия һәм Кавказда быуындан быуынға күскән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең бик яҡшы өлгөләре сағыла.