Ырыу (биология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ырыу (лат. genus) — биологияла: ғаиләнән һәм трибанан түбәнерәк, төрҙән бейегерәк таксон. Бинар нуменклатурала хайуандың исемендә беренсе урында тора, ҙур хәрефтән яҙыла: Cervus eldii — болан-лира. Ырыуҙар исемдәрендә омонимия рөхсәт ителмәй.
Ырыу Линней классификацияһында бар.
Күплеге буйынса ырыуҙар 3 төркөмгә бүленә:
- политип ырыу — күп төрҙәр инһә;
- олиготип ырыу — аҙ төрҙәр инһә;
- монохет ырыу — бер төр инһә.
Гибрид ырыу — ике һәм күберәк ырыуҙан яһалған гибридтарҙың ырыуҙары. × тамғаһы менән билдәләнә. Ҡыҫҡартылған һәм бер-береһенә ҡушылған ырыуҙар исемдәренән (×Amarine [= Amaryllis × Nerine]) йәки фамилияларҙан, фамилияға -ara ҡушымсаһын ҡушып (×Vuylstekeara [= Cochlioda × Miltonia × Odontoglossum], Charles Vuylstekе менән теркәләнгән) яһала.