Элен Джонсон-Серлиф
Либерия президенты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Элен Джонсон-Серлиф (ингл. Ellen Johnson-Sirleaf; 29 октябрь 1938 йыл) — сәйәсмән һәм 2006 йылдан Либерияның 24-се президенты, «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Тавакуль Карман һәм Лейма Гбови менән тыныслыҡ буйынса 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[7]. Африка илдәрендә беренсе ҡатын-ҡыҙ президент. Джонсон-Серлиф хөкүмәтендә вице-президент — Джозеф Бокай. Үтә ҡатылығы һәм тәүәккәллеге өсөн уны «тимер леди»ға тиңләйҙәр. 2006 йылдың 16 ғинуарында үткәрелгән инаугурацияһында АҠШ-тың дәүләт секретары Кондолиза Райс менән АҠШ-тың беренсе ханымы Лора Буш ҡатнаша.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға