Эмбриология
яралғының үҫешен (эмбриогенез) өйрәнеү фәне. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Эмбриология (бор. грек. ἔμβρυον — эмбрион, яралғы+ -λογία баш λόγος — тәғлимәт) —яралғының үҫешен (эмбриогенез) өйрәнеү фәне.
Яралғы тип организмдың иртә үҫеш стадияһын, йәғни тыуғанға тиклем йәки йомортҡанан сыҡҡанға тиклемге , ә үҫемлектәр осрағында шыта башлағанға тиклемге үҫеш дәүерен атайҙар.
Күп кенә ғалимдар эмбриология фәнен үҫеш биологияһына[1][2][3] синоним булараҡ ҡабул итәләр.
XX быуат уртаһына тиклем был фән тармағын «эмбриогения»[4] тип атап киләләр.
Эмбриология тере организмдарҙың түбәндәге үҫеш этаптарын өйрәнә:
- аталаныуы
- зигота барлыҡҡа килеүе,
- зиготаның бүленеүе (ваҡланыуы),
- гистогенез, йәғни туҡымаларға дифференцияланыу процесын,
- органогенез, йәғни ағзаларҙың хасил булыуы һәм үҫеше
- морфогенез,
- регенерация.