Ҡатнашыусы:Азалия2003/ Үләндә хоккей уйнау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үләндә хоккей уйнау — командалы спорт уйын төрө (һәр команда ун бер кешенән тора) был уйында ике команда уйнай, сәкән һәм һөйәктән торған ҡаты туп ҡулланыла. Ярыштарҙы ойоштороуы менән халыҡ-ара үлән хоккей федерацияһы (франц. Fédération Internationale de Hockey, FIH) шөғөлләнә. Халыҡ-ара хоккей федерацияһына 126 ашыу ил инә.
Үлән хоккейының шулай уҡ ябыҡ бинала уйнала торған төрө бар — индорхоккей, айырым спорт төрө булып һанала һәм уларҙың айырмаһы ер ҡаплауында ғына түгел, шулай үк бәләкәйерәк майҙансыҡ күләме һәм командала уйынсылар һаны менән дә айырыла.
Голландия, Германия, Испания, Бельгия, Англия, Ирландия, Аргентина, Австралия, Яңы зеландия, КАР, Һиндостан, Пакистан, Малайзия илдәрендә улән хоккейы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.