Ҡорама тегеү
туҡыма киҫәктәренән (ҡорамаларҙан) мозаика принцибы буйынса бөтөн изделие тегеүгә нигеҙләнгән ҡул эше төрө. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡорама тегеү, ҡорама техникаһы, ҡорама мозаикаһы, текстиль мозаикаһы (пэчворк, ингл. patchwork — «ҡорамаларҙан тегелгән изделие») —туҡыма киҫәктәренән (ҡорамаларҙан) мозаика принцибы буйынса бөтөн изделие тегеүгә нигеҙләнгән ҡул эше төрө. Эш барышында яңы төҫтәрҙән һүрәт, биҙәктән торған, хатта яңы фактуралы полотно эшләнә. Хәҙерге заман оҫталары шулай уҡ ҡорама техникаһында күләмле-киңлекле композициялар төҙөй. Ҡорама туҡымаһының барлыҡ йөйҙәре лә уның тиҫкәре яғында урынлашҡан. Рәсәйҙә ҡорама техникаһы һырылған изделиелар (ҡорама юрғандар) һәм башҡа әйберҙәр теккәндә күптән файҙаланыла[1].